

- Аллаға шөкөр, яйлап донъя көтөп ятабыҙ. Балабыҙҙың яуҙа йөрөгәненә лә хәҙер бер йылдан ашыу ваҡыт үтте, тәүҙә ныҡ хафалана инек, хәҙер өйрәндек инде, көн һайын һөйләшеп, фотолар ебәрешеп торабыҙ. Улыбыҙ зарланып йөрөүселәрҙән түгел, әрме сафтарында хеҙмәт иткәндә лә бер ҙә зарланманы. Әлдә хеҙмәткә барған, тимен, әҙ булһа ла унда сынығып, өйрәнеп ҡайтҡас, яуҙа ла бик тиҙ үҙләшкәндер, тип тынысландырам үҙемде. Тәүҙә барлыҡ яҡташ егеттәре менән бергә инеләр, әле айырҙылар Һарытау егеттәре менән. Шулай ҙа яҡташ егеттәре менән осрашып, аралашып тора, шуныһына ҡыуанам. Сөнки ул тыуған яҡтарын, ялан ҡырҙарын яратҡан малай.
Был хаҡта тулы килеш гәзиттә баҫылды.