Шулай тип өмөтләндерҙеләр беҙҙе. Хатта, әйткәнгә ышанмай, ҡат-ҡат һораныҡ - ысынлап буламы? Тоғро вәғәҙә бирмәйбеҙ, әммә булырға тейеш тип ныҡ өмөтләнәбеҙ.
Тәүәкәндән алып Ҡаҙарма, Уңғар, Керәүле аша Бахмут еренә - асфальтлы юлға - еткәнсе асфальт түшәргә тейешбеҙ. Ҡасан була, әлегә өҙөп кенә әйтә алманылар. Яҡшы һүҙгә, мөғжизәгә ышанғандай, ышанғы килә. Ә әлегә, асфальт килеп еткәнсе, Ҡаҙарма юлына ҡырсын түшәп торабыҙ (фотола).