Все новости
Йәшәйеш
2 Декабря 2023, 12:58

Ҡәҙер

Үлгәнде күмгәндән һуң, үҙенең ҡәбере аҙаҡ ни хәлдә булыуы уға кәрәкме икән? 

Ҡәҙер
Ҡәҙер

Ҡыйбатлы таш ултыртылыуы, ҙур матур рәсеме төшөрлөүе, ҡәберлек кәртәһенең тимере йыуанлығы, семәрле булыуы.... Сәскәләр ултыртылыуы, сиренме, тағы ниндәйҙер үҫемлек... Бәндәгә кеше ҡәҙере үҙе тере сағында кәрәк, баҡыйлыҡҡа күскәс, өҫтән ҡарап: ҡалай һәйбәт тәрбиәләйҙәр минең ятҡан ерҙе тип уйлаймы икән? Зыяратты бөхтә, матур итеп тотоу тереләргә кәрәк. Әҙәм балаһы, шулай ҙа, үҙе иҫән сағында уйлайҙыр: китеп барһам, ҡәберем матур булһын (бәғзеләре алдан уҡ иҫкәртеп ҡуя ла: фото ҡуймағыҙ, кәртә ултыртмағыҙ), үҙем күрмәһәм ни, туғандар килеп иҫкә алып торорлоҡ булһын. Исем-атһыҙ кеше түгелмен дә, изге эштәрем дә булды. Береһенең дә етем-еҫер һымаҡ ятҡыһы килмәй.
Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы башлығы Рөстәм Вахитовтың күңеле болоҡһоу. Ҡырҡмаһа ҡырҡ эше янына йәнә береһе килеп ҡушылған: кеше ерләү. Был күңелле эш түгел. Етмәһә, башҡа ваҡыттағы һымаҡ, береһе лә уға ярҙам итмәй, бөтөн Илкәнәй дәррәү булып сығып күмешмәй. Үлгән кешенең кем икәнен дә белмәйҙәр. Заманса итеп әйтһәк: бомж.
Бер ай буйы моргта ятҡан. Документтары юҡ. Йәше 40-тар самаһы. Ҡайҙан килгән - береһе лә белмәй. Батыр күл, барыр ер юҡ тип йөрөгән бер Алла ҡоло. Ошо ҡолдо һуңғы йылға оҙатыу мәшәҡәте - ауыл башлығы иңендә. Ауыл ҡалаға яҡын, етмәһә, был ир ошо тирәлә өйҙән өйгә йөрөп, ваҡ-төйәк эш башҡарып, тамағын туйҙыра ине, шуға ауыл башлығына, әйҙә, һин күм тинеләрме инде? 
- Карагайкала (күрше ауыл) трактор ер ҡаҙҙы. Хәҙер алып ҡайтып етәләр мәйетте. Нисек күмәһегеҙ? Ниндәй йыназа, трактор ерҙе ышырыр ҙа төшөрөр - шул.
Мосолманмы ул, христианмы, башҡа дин кешеһеме, бәлки, бөтөнләй Хоҙайҙы Хоҙай тип белмәгән кешелер, ҡалай булһа ла, ир үҙе генә табынған Тәңреһе ҡулына күсте. Ҡәберлеге өҫтөндә берәй бағана һымаҡ ағас ҡаҙарҙар инде, исем-шәрифе.... Исемһеҙ ҡәберҙәр тыныс тормошта ла була, баҡһаң. Был ир уртаһы кеше ғүмер нөктәһен, шулай итеп, Көйөргәҙе ерендә ҡуйҙы.
Әсә кеше сабыйҙы тапҡас, уны аҡ биләүҙәргә биләгәндә, бәхетең булмаһын тимәй, бәхетле бул, балам, ти.
Һәр кем юлын үҙе һайлай тиҙәр, әллә, береһе лә барыбер, ете ят ерҙә, кәфенһеҙ, исемһеҙ ҡәберҙә ятҡыһы килмәйҙер.
...Ритуал салондар күп хәҙер. Яңыраҡ ошондай салон хужаһы: быйыл Ермолаевола кеше аҙ үлә, былтырғы күрһәткескә ҡарағанда 20 кешегә аҙыраҡ, тине. Әллә ҡыуанып әйтте, әллә ҡайғырып - йөҙөндә хистәре юҡ ине. Был салондарҙа ҡәбер таштары, ҡәбер кәртәләренең ниндәйе генә юҡ. Ҡыйбаттары, бюджет вариантлыһы. Ҡиммәтлене алып, туғаның ҡәберенә ултыртыу шәп, башҡалар күреп, һәйбәт кеше, ҡалай ҡәҙерләй был туғанын тиһендәр. Ҡәҙер тереләргә кәрәк.

Автор:
Читайте нас: