Все новости
Йәшәйеш
3 Декабря 2023, 12:23

Өмөт- фәҡирҙәр Аллаһы

Йөрәкте сәнсеү алды.

Өмөт- фәҡирҙәр Аллаһы
Өмөт- фәҡирҙәр Аллаһы

Ҡапыл ғына ниңә икәнен әйтеүе ауыр, сыуалған, тырым-тырағай һибелгән уйҙарҙы бер епкә теҙеп тә булмай.
Ниңә һеҙ беҙҙә түгел - ошо һорау мейене сүкей, ахры. Юҡ, был ностальгия түгел, барыһы ла сағыштырғанда беленә тигән кеүек, һәйбәт кадрҙарҙың ситтә йөрөүенә күңел әрней.
Әле мағариф бүлегендә башҡорт методисы юҡ. Ғөмүмән, башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәре лә, әйҙәүсе булмағанданмы, йәтим ҡалған кеүектәр. Тегендә-бында, телгә бәйле, саралар була, беҙҙекеләр унда юҡ (үҙ белдеге менән, яңғылыш ҡына, китеп бармаһалар). Бергә йыйылышҡандары ла юҡ. Бер уҡытыусы яңыраҡ, әсенеп, әйтеп ҡуйҙы: РМО етәкләйем, шуның өсөн аҡса алам, барып әйттем, оят миңә бының өсөн аҡса алып ятыуы, алығыҙ мине был вазифамдан...
Алмағандар. Дәрт өҫтәгәндәр: Ҡоролтай рәйесе ҡарт, уға ярҙам ит, өлгөрмәй... Улайһа, урынына мине ҡуйығыҙ?
- ...
Район вәкилдәре ҡалаға килеп, Шәжәрә байрамында саҡырылған ҡунаҡ булып (һәйбәт сәбәп, күренеп китергә, аҙаҡ фотоңды ҡуйып, сәхифәңә һалырға була - ситтәгеләр, был ҡалай шәп эшләй икән тиһендәр), ҡатнаша, ә районда ҡайҙа бындай сара?
Ҡай саҡ, ниндәйҙер социаль өлкәгә (мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау) ҡағылған һорау тыуһа, бот сабып, аптырай ҙа ултыраһың - кемдән һорарға? Компетентлы, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала белгән кеше ҡайҙа ул?
Башҡа эштә бик булдыра алмаһалар, бына был эштә ныҡ оҫталар - ярамһаҡланыу. Гендарҙан киләме был оҫталыҡ, әллә йәшәй торғас, үҙҙәре был "һәйбәт" холоҡто үҙләштерәләрме - Юлай Талха улы, маладис, Юлай Талхович, һеҙ - гений тигәнгә оҡшаш комплименттарҙы йәлләмәй әйтәләр, яҙалар... Хәҙер исем үҙгәрҙе, Азамат Закариевич, ҡалай шәп кешеһегеҙ икән, һеҙҙе күптән ҡуйырға булған тигән йырҙарҙы йырлау мәле етте.
...Өмөт. Ошоға ышыҡланып ҡына йәшәйбеҙ. Бына-бына барыһы ла алмашыныр, үҙгәрер, йылға ағышына кире ҡайтыр. Был өмөт кемгә төбәлгән, кемдән нимә көтәбеҙ - береһе лә белмәй. Фәҡирҙәрбеҙ.

Автор:
Читайте нас: