Йәшәйеш
8 Декабрь 2023, 11:40

Боролош

Ул үҙен шулай тип таныштырҙы.

БоролошБоролош
Боролош
- Әхәт.
Теге саҡта уҡ, Күмертауҙа магазин янында гитарала уйнап ултырғанын күргәс, йөҙө бик таныш тойолғайны, әле исемен дә әйткәс... Таныш шул. Туҡһанынсы йылдарҙа әллә ни тапҡыр осрашырға яҙғайны. Ул саҡта Әхәт абзый, бөтөн төнгө ауылды яңғыратып, ошолай, гитараһында уйнап, йырлап йөрөй торғайны. 
Вот
Новый поворот
И мотор ревёт
Что он нам несёт?
Пропасть или взлёт?
Омут или брод?
Ты не разберёшь
Пока не повернёшь...
Оҫта йырлай торғайны. Беҙгә, гармундан артығын күрмәгән йәш-елкенсәккә, гитара ятыраҡ ҡорал булып тойолдо ул саҡта. Шул замандан бирле күпме йылдар уҙҙы һәм бына ул магазин төбөндә аҡса йыйып ултыра.
- Ни булды? 
- Яңыраҡ ҡына иреккә сыҡтым, уң яҡ кәүҙәм йүнле эшләмәй. 
- Инвалидность? 
- Юҡ.
- Пенсия? 
- Миңә 58....
- Магазиндан берәй нәмә алайыммы әллә?
- Кефир, икмәк.
Сатлама һыуыҡта ул йырлап тороп ҡалды. Ул саҡтарҙа (туҡһанынсы йылдар) бер нисә йылдан бына ошолай осрашырбыҙ тип кем уйлаған? 
...Боролош артында беҙҙе нимә көткәнен береһе лә белмәй. 
Автор:
Читайте нас