

Сәғәт төнгө өстә уянды ла, йоҡламай, әйтерһең дә бына-бына атаһының өйгә килеп кереүен тойомланы. Бәләкәй генә булһа ла, барыһын да аңлап, ғәзиз кешеһен ныҡ һағынып көттө шул ул. Көн һайын ҡасан атайым ҡайта, тип минән һорашып торҙо. Ниһәйәт, беҙ өҙөлөп көткән мәл килеп етте. Айнурым ишекте асып кергәс, улыбыҙ үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо, шунан ҡапыл йүгереп барып атаһының ҡосағына һырылды. Баламдың ошо оло бәхетен күреп күҙҙәргә йәш тулды.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.