Все новости
Йәшәйеш
11 Декабря 2023, 13:54

Күкәйһеҙ ҡала күрмәйем

Уны хаҡы хәҙер - ат хаҡы.

Күкәйһеҙ ҡала күрмәйем
Күкәйһеҙ ҡала күрмәйем

Йомортҡаға хаҡтар артты. Пасха ла түгел, ә ошо аҙыҡҡа хаҡ ҡапыл ғына үҫте лә китте - янына яҡын барырлыҡ түгел. Барыһы ла аҡһым ярата әллә, йығылып ятып, күкәйһеҙ ҡала күрмәйем тип, халыҡ магазин юлын тапай. Исмаһам, һайлауға тиклем дә ваҡыт күп, юғиһә, Күмертауҙа һайлау участкаларында, кешене әүерәтеп, йомортҡаны арзан хаҡҡа һатыу модаға инеп китте. Ҡыҫҡаһы, ҡулдан (кеҫәнән) килгәнсә, йомортҡаны алып ҡалыу мотлаҡ, юҡһа, Яңы йылды оливье салатһыҙ үткәреүең ихтимал.  

Автор:
Читайте нас: