Йәшәйеш
17 Декабрь 2023, 06:52

Мой адрес - Советский Союз

1991 йылдың 25 декабрендә 19:38 сәғәттә уны Кремлдән систеләр.

Мой адрес - Советский СоюзМой адрес - Советский Союз
Мой адрес - Советский Союз

Башҡа донъяла йәшәй башланыҡ. СССР бөттө. Социализмды төҙөүҙән баш тарттыҡ. Әле яңыраҡ ҡына "тиҙҙән коммунимзда йәшәй башлайбыҙ" тип мәктәптә уҡыталар ине һәм, бына һиңә, бар хыялдар юҡҡа сыҡты. (Апай, ә коммунизм нимә була ул - ул саҡта магазиндарҙа бөтәһе лә буш була).
Флаг алынды, урынын икенсеһе биләне. Әләм төштө әммә күңелдәр күтәрелде күбеһенең - беҙҙе алда яҡшыраҡ тормош көтә. Һау бул, тоталитаризм. Йәшәй торғас, күптәрҙең, көтөрөн көтөп ала алмағас, дәрте һүнде, элекке ваҡыттарҙы һағына башланы. Их, ул саҡта. эше бар, ашы бар, дефицит булһа ни, уның ҡарауы күңелдә тыныслыҡ, иртәгәге көнгә ышаныс булды. Аҙаҡ 2000 йылдар башланды, нефткә хаҡ артты (рәхмәт һиңә, тәбиғәт), арыу ғына йәшәгән кеүек булып киттек. Әммә ностальгия барыбер бер ҡайҙа ла ҡасманы. СССР-ҙы һағыныу әле лә дауам итә.
Мой адрес не дом и не улица
Мой адрес — Советский Союз тигән йыр иң яратҡан йырҙарҙың береһе булып ҡала килә. Уйҙарында ғына булһа ла шул дәүерҙә йәшәйҙәр, буғай, адрестары - СССР. 
Ҡыҙыл флагтың хәҙер күп ерҙә елберләгәнен күрергә була. Күмертауҙа Забота магазины артында гараж башында тора, Ермолаевола ла, "Ярлылар үҙәне" районындағы бер йортта елберҙәй, район үҙәгендә тағы ҡайҙалыр бар шикелле.
Горный Ключ ауылында ла ураҡ менән сүкешле ҡыҙыл флаг эленгән йорт бар (фотола). Әллә ҡайҙан уҡ күренеп, үҙенә әйҙәп тора. Әйтерһең, кирегә, үткәндәргә, дәртле йәшлеккә табан саҡыра. 

Автор:
Читайте нас