Йәшәйеш
18 Декабрь 2023, 02:19

Булһын ине күберәк йәшнәп йәшәүселәр

Марат ИСХАҠОВ, Яңы Юл ауылы.

Булһын ине күберәк йәшнәп йәшәүселәрБулһын ине күберәк йәшнәп йәшәүселәр
Булһын ине күберәк йәшнәп йәшәүселәр
Йәйге ямғыр
Оҙаҡ көттөрөп бөгөн
Яуҙы ямғыр ҡойоп,
Әйтерһең бар тирәнең
Һыуға сарсағанын тойоп.

Иркәләнеп ҡойонло һыуға
Бар тәбиғәт йәмләнеп,
Сафлығын һауаларҙың һулап
Баштар китерлек әйләнеп.

Дөңгөрләп ала күктә
Барлығын иҫкәртеп йәшен,
Ҡурҡытырға ишара иткәндәй
Бындамын - тиҙерәк йәшен.

Ямғырҙы хуплағандай йәйғор ҙа
Күккә нурланып уҙҙы,
Әйретһең шатлыҡтан тәбиғәт
Төҫлө таҫмалар һуҙҙы.

Йылыһын йәлләмәй ергә
Ҡояш та һибә нурын,
Йөҙгән болоттар араһында
Алып лайыҡлы урын.

Тылсымлы кеүекһең ямғыр
Шифаларың тейә кемгә лә,
Ҡабат килеүеңде көтәбеҙ,
Эйәреп иҫкән елдәргә.
 
Яҙмыштар
Ғүмер юлын үтә һәр кем,
Үткән юлын ҡуйып хаҡлыҡҡа.
Яҙмыштар яҙыла маңлайға тип,
Әйтелә бит борондан халыҡта.

Кемдер йәшәй йәшнәп,
Һәр кем уға ҡарап һоҡлана.
Осрап ҡуя йәшәүселәр ғәмһеҙ -
Яндарында тормош йәме юғала.

Булһын ине күберәк йәшнәп
Йәшәүселәр беҙҙең арала.
Уларға ҡарап, алып үрнәк
Матурлыҡ бит донъяға тарала.

Үкенестәр киләлер һуңлап,
Ғәмһеҙ үтеүселәргә тормошто.
Үҙгәртеп башлап яңынан
Булмай шул үткән тормошто.

Үтеп йылдар – килә аҡыл,
Барлап, аңлап үткән юлдарҙы.
Йәшәһәк ине белеп ҡәҙерен
Ғүмер тигән беҙҙең йылдарҙы.
Ҡыҙҙарыма
Өс ҡыҙымды миңә яҙмыш
Бирҙең ғүмеремдә бүләккә.
Бүләгеңде алып ҡайттым,
Төрөп йомшаҡ йүргәккә.

Өс ҡыҙым, өс шатлығым,
Һәр уңышығыҙға һеҙҙең ҡыуынам.
Тормош йәме һеҙ икәнгә,
Һәр саҡ һеҙгә ҡарап инанам.

Яңы ғыны бәүетеп бишек,
Тыныс йоҡо теләп, көйләп
Йоҡлата инек һеҙҙе
Әкиәттәр матур һөйләп.

Яңы ғыны баҫып тәпәй
Яһай инегеҙ тәүге аҙымдар.
Үҫеп тә етеп тормош юлына
Сыҡтығыҙ яһар тәүге аҙымдар.

Берегеҙ берегеҙгә һәр саҡ
Терәк булып тормошта,
Яҙһын туғанлыҡтың белеп ҡәҙерен
Йәшәргә татыу, матур тормошта.

Өс ҡыҙым, өс шатлығым,
Теләктәрегеҙ ашһын тормошҡа.
Һеҙҙен булыуығыҙға ҡыуанып,
Әйтәм рәхмәтемде яҙмышҡа.
 
 
Украина ерендә һәләк булған йәш һалдатҡа
Украина ере дөрләй
Көтмәгәндә сыҡты һуғыш.
Дуҫ халыҡтар араһында
Ҡан ҡойолоп, ҡупты ыҙғыш.

Мәкерле дошман уйынан
Емерелде тыныс тормош.
Баш ҡалҡытып яңынан
Нацизм алды һулыш.

Ил саҡырҙы улдарын
Баҫты сафҡа һалдат,
Изге бурысты үтәргә
Ышыҡланмай кемгә, алдан.

Ҡәһәрле һуғыш уты
Йәлләмәй шул һис кемде.
Күпме әсә һәм ҡатынға
Ҡайғы хәбәре килде.

Егермеһен үткән һалдат та,
Һалды башын ил өсөн.
Тоғро ҡалып антына,
Йәлләмәй һуңғы көсөн.

Күпме хыялдар ҡалды
Тормошҡа алмай аша.
Йәш ғүмерҙәр ҡыйылыуына,
Күҙҙәрҙә йәштәр таша.

Даның ҡайтты һалдат
Олатайҙар үткән ерҙәрҙән.
Тыныс йоҡла батырыбыҙ
Үҙең үҫкән, туған ерҙәрҙә.

Тыныслыҡ килһен ергә.
Туҡтатып һуғыш уттарын.
Һәр әсәгә насип итеп
Ҡаршы алырға – иҫән улдарын.
Автор:
Читайте нас