Йәшәйеш
20 Декабрь 2023, 11:50

Алданыу

Күмертау ҙа аптыраны, Ермолай ҙа, Мораптал да.

АлданыуАлданыу
Алданыу
Ҡала янынан ул таңғы дүрттәрҙә үтте, аҙаҡ Ермолаевонан, унда егерме минут самаһы туҡтап торған, әммә вагон ишеген асып баш (һаҡал) күрһәткән кеше булмаған. Яңы Морапталда ла шулай. Ә бит кемдер, тәмле йоҡоһон бүлеп, алдан уҡ будильник зырылдағын бороп ҡуйып, махсус сыҡҡайны поезды, поездағы Ҡыш бабайҙы, күрергә. Ярар инде, ололар, улар алданып өйрәнгән, тормошто күргән кешеләр, балалар өсөн күңел һыҡтай. Уларҙың әле саф мәле, мөғжизә көткән, уға ышанған мәле. 
...Алданыуҙар алда күп булыр, балалар, барыһына әҙер һәм ныҡ булырға ғына кәрәк. 
Автор:
Читайте нас