Все новости
Йәшәйеш
3 Января , 11:50

Әҙәп

- Ҡасан юлдар асыла инде?

Әҙәп
Әҙәп
Йыл да шулай була ахры, Яңы йыл еттеме, буран ҡотора ла китә, йөрөрлөк булмай. Ярар, байрам тип, өйҙә генә тик ят тиер инең, ҡунаҡтар килә бит. Байрам алдынан йорт туғандар менән тула, күңелле, әлбиттә, Яңы йылды бер үҙең ҡаршы алған кеүек түгел, әммә... Барыбер ҡунаҡ, байрам үҙе ялҡыта башлай. Йән тыныслыҡ һорай. Йортта ҡунаҡ булһа шулай бит: иркенләп йөрөрлөк түгел. Үҙеңә үҙең хужа түгелһең, теләгәндә ятып, теләгәндә тороп булмай. Етмәһә, бысраҡ һауыт-һаба китә өйөлөп... Бындай мәлдә ҡайҙа һиңә ял. Ашарҙарына өлгөрт, өйөңдө гелән таҙа, тәртиптә тот. 
Ҡунаҡтар үҙҙәре лә белә - сама кәрәк - тик юлдар ябыҡ. Хужалар: ярар, ҡайғырмағыҙ, ятығыҙ әле, тиһәләр ҙә (әҙәп һаҡлау), үҙҙәре юлдың асылғанын ҡунаҡтарҙан нығыраҡ көтә. 
Бына, ниһайәт, ҡыуаныслы хәбәр килеп етә - машиналарға юлды асҡандар!
- Ғәйепләп ҡалмағыҙ, туғандар, рәхмәт барыһы өсөн дә.
- Ҡуй, юҡты ни. Бик аҙ булдығыҙ, тағын аҙыраҡ ҡунаҡ булһағыҙ була ине. 
Автор:
Читайте нас: