Ялсыҡайҙа бөгөн Йыһаншиндар ғаиләһе һуғым һуя. Ирҙәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да йөҙҙәренән йылмайыу китмәй - байрам! Һуғым һуйыуҙы сәбәп итеп, ҡырҙа йәшәгән бөтөн туғандар ҙа ҡайтҡан.
Тиҙҙән күңелле эштәрен тамамларҙар, ә саҡ ҡына һуңыраҡ, мунсанан һуң, барыһын да табын көтөр.
Йыл дауамында әлеге йылмайыуҙар йөҙҙән китмәһен ине, күңелдәрҙә гел йылыға тулһын.