Все новости
Йәшәйеш
6 Января , 10:24

Үкенескә ҡалмаһын

Уларҙа ҡунаҡ йыш була.

Үкенескә ҡалмаһын
Үкенескә ҡалмаһын
Туғандар күп, күбеһе, башлыса, ситтә йәшәйҙәр. Аҙнаһынамы, айынамы бер тапҡыр мотлаҡ осрашып, ҡунаҡ булалар. Йорттағы ата-әсә балаларын һәр саҡ зарығып көтә, ҡайһы берҙәре аҙна һайын ҡайтып торһа ла, барыбер һағындыра, ә инде ҡайтып төштөләрме, был ҡыуаныслы ваҡиғаға әйләнә лә китә - торғаны менән оло туй.
Бына был табын башҡаларынан барыбер айырыла. Кисә һуғым һуйҙылар. Борондан ҡалған матур йоланы еренә еткереп атҡарып сыҡҡас, өҫтәл артына үттеләр. Йырҙар йырлау, төрлө уйындар уйнау, дәртенә бик сыҙамағандар, өйҙөң иҙәнен емерә яҙып, бейеп тә алды... Барыһы ла булды, үкенескә ҡалманы. Алдағы ғүмерҙәрҙә лә әлегеләй табындар йыш булһын, өс көнлөк был донъяла барлыҡ туғандар менән матур итеп йәшәргә яҙһын - үкенескә ҡалмаһын. 
...Кем тураһында яҙаһығыҙ? Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылы тураһында, Йыһаншиндар ғаиләһе хаҡында.  
Автор:
Читайте нас: