Все новости
Йәшәйеш
7 Января , 10:29

Ихтирам һәм иғтибар өсөн рәхмәт

Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә ҡыуаныс, бәхет булып ҡайтһын.

Ихтирам һәм иғтибар өсөн рәхмәт
Ихтирам һәм иғтибар өсөн рәхмәт

Беҙҙең һалдат улыбыҙҙы ҙурлап, килеп хәлен белгән, ҡунаҡ күрһәткән туғандарға, күршеләргә, ауылдаштарға ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Клуб хеҙмәткәрҙәре йылы нәски, бейәләйҙәр алып килеп бирҙе, хәрби ветеран һалдат Илдар кәрәк-яраҡтары менән бүлеште.
Улыбыҙға бүленгән ихтирам һәм иғтибар өсөн бөтәһенә лә рәхмәтлемен. Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә ҡыуаныс, бәхет булып ҡайтһын.

Улыбыҙ инде икенсе йыл хәрби операцияла ил алдындағы бурысын үтәй. Икесе тапҡыр отпускыға ҡайтты.
Ошо Яңы йылда һуғыш Еңеү менән тамамланып, бөтә һалдаттар ҙа иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтһындар, илдәребеҙ тыныс, ғаиләләребеҙ имен булһын, Амин!

Минзәлә Абдуллина, Яңы Таймаҫ ауылы

Автор:
Читайте нас: