Все новости
Йәшәйеш
8 Января , 13:27

Көрәк һәм һәнәк

Закир Акбәров, Күмертау ҡалаһы. 

Көрәк һәм һәнәк
Көрәк һәм һәнәк
Бер колхозда оҙаҡ йылдар
Рәислек итте Көрәк.
Яҡшы барҙы эштәре. Ул
Халыҡҡа булды терәк.

Әммә донъяла йәшәмәй
Мәңге хатта түрәләр.
Түрәләр ҙә ауырыйҙар,
Түрәләр ҙә үләләр....

Ваҡыт етте, Көрәк китте,
Күпте ҡайғыға һалып.
Ипле генә барған тормош
Ҡалды кеүек туҡталып.

Халыҡ һаман да төшөнмәй
Заман әлифбаһына:
Ниңә Һәнәкте ҡуйҙылар
Көрәк вазифаһына?

Һәнәктән Көрәк сыҡмай тип,
Әйтмәйҙәр юҡҡа ғына.
Рәислек итеүе Һәнәктең
Әле бик ҡыҫҡа ғына.

Әйтерһең дә үлде ауыл
Эшкәртелмәй ерҙәре.
Эш эҙләп Себергә китә
Был ауылдың ирҙәре.

Һәнәктең Көрәк булмаҫын
Белмәй түгел, беләләр.
Нишләп быны һанға һуҡмай
Өҫтә ултырған түрәләр?...
Автор:
Читайте нас: