Все новости
Йәшәйеш
8 Января , 12:10

Йәшәй беләләр

Яҡшымбәттәргә ҡайҙан киләлер бындай дәрт? 

Йәшәй беләләр
Йәшәй беләләр
Бер генә лә тик торғандарын күрмәҫһең, гел нимәлер уйлап табып, тормоштарын үҙҙәре йәмләп, тәмләп йәшәй. 
Әле оҙон ҡыш кистәрендә ауыл кешеһенең күбеһе нимә эшләй? Малын ҡарап, башҡа ваҡ-төйәк эшен бөтөрә лә, керә лә йығыла - телевизор ҡарарға, телефонда соҡсонорға. Ә Яҡшымбәттәр "Бәрәкәтле аҙымдар" тигән сара уйлап тапҡан. Киске саф һауаны һулап, дәртле аҙымдар менән ауылдарын әйләнгәс, барыһын да Аҡ мәсеттерендә сәй табыны көтөп торасаҡ. Кемдәр ситтән генә ҡыҙығып ҡарап тора, улар мотлаҡ ошолай тиер: йәшәй белә лә һуң был Яҡшымбәт! 
Автор:
Читайте нас: