Булмаҫ, беҙҙәге кешеләр улай уҡ ҡаты бәғерле, ҡанһыҙ түгел, сираттағы фейк, ялған хәбәрҙер тип уйланыҡ. Әммә дөрөҫләнде, Күмертауҙа былтыр декабрь айы аҙағында булған хәл икән. Һуғыш-низағһыҙ тормош бармай, әммә уның да яҙылмаған-яҙылған ҡағиҙәләре була ла. Мәҫәлән, йығылғанды түпәҫләмәҫкә. Ә бында... Ҡарап тороуы ҡурҡыныс. Әле хоҡуҡ органдары был ваҡиға буйынса тикшереү үткәрә тиҙәр, кем ғәйепле-ғәйепһеҙ икәнен тиҙҙән асыҡларҙар.
Киләсәктә кешелеккә йығылғанды тапап түгел, киреһенсә, ярҙам ҡулы һуҙып ҡына йәшәргә яҙһын ине.