Все новости
Йәшәйеш
14 Января , 12:38

Ғүмер

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы. 

Ғүмер
Ғүмер

Әй, ғүмерҙәр, ҡабаланып,
Атлайһың да атлайһың,
Һиңә һорау бирһәләр ҙә
Ғәҙел яуап тапмайһың.
Бороп ҡына туҡтатырға
Юҡ шул һинең асҡысың,
Йоҙағыңда билдә тора
Асып булмай ҡапҡасын.
Кеше ғүмерен бикләргә
Булһа ине саралар,
Сараларҙы үҙгәртерлек
Килһә ине заманалар.
Ғүмер саба, кеше саба
Етеҙ атҡа оҡшатып,
Аттар ҙа ярһып сапһа
Булмай икән туҡтатып.
Юҡ, оҡшатмайым атҡа
Ат ғүмере бик ҡыҫҡа,
Туҡтамаһын, сапһын әйҙә
Ышанайыҡ беҙ яҙмышҡа.
Көндәр, төндәр ҡиммәтле
Ғүмерҙең күп өлөшө,
Була ул ғүмер эсендә
Алтыны һәм көмөшө.
Алтын туйҙар, көмөш туйҙар
Хоҙайым биргән бүләк,
Шул бүләкте ҡабул итә
Ғүмер иткән пар йөрәк.
Нисә генә йәш булһа ла
Үткән ғүмер ҡәҙерле,
Күпме генә йәш бирһә лә
Ҡәҙерен генә бел әле.
Пары менән йәшәгәндәр
Еңел ҡаға ҡанатын,
Мөхәббәткә тоғро ҡалып
Боҙмай йәшәйҙәр антын.

Автор:
Читайте нас: