- Лена.
- Ысын, Ленамы?
Инәйҙе тәү күреүебеҙ, шуға исем-шәрифәтен белмәйбеҙ. Ә уның Лена булып сығыуы, ысынлап та, аптыратты: Данир Роберт улының иң яратҡан исемелер, моғайын. Ҡатыны ла Лена, әнеһе лә Лена.
Абдул тарафтарына барып сыҡҡас, инеп, хәл беләйек, бигерәк тә, йома көнө тигәйнек, үҙебеҙсә. Малайы яңыраҡ ҡына силсәүит булып та китте, әсә кешенең әйтерлеге барҙыр, быларынан бигерәк, Лена инәй беҙҙең гәзитте уҡый, тимәк.... Тимәк, ят кеше түгел.
Ысынлап та, үҙ кеше булып сыҡты. Әллә ҡасандан бирле бер-беребеҙҙе белгән кешеләй, иркенләнек тә киттек, тартыныуҙың әҫәре лә юҡ.
- Минең әтием дә силсәүит башлығы булып эшләне, ирем дә оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәте башлығы булды. Бына килеп, улым да силсәүит рәйесе булды ла китте.
- Ҡаршы булманығыҙмы?
- Белмәй ҡалдым. Ул эште мин яҡшы беләм, дошманыңа күрһәтмәһен тигән саҡтарым да булды. Робертым ете ауылға башлыҡ ине, өйҙә бик һирәк була. Ат егә лә (уныһы холоҡһоҙ булды, бер саҡ өрккән дә, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, йортҡа, кәртәне емереп, ҡайтып керҙе был ат. Хужаһы юҡ....
Анау оло юлға ҡарай ҙа ултыра торғайным, төн еткән, ирем юҡ. Ермолаевкаға киткәйне. Түҙмәй, юл сатына сығып баҫып та торам. Әле лә, анауы Яңы Юлдан килгән юлдан тәҙрә аша ҡарап ултырам: Данирым ҡайтып килмәйме?
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫыла.