Алдынғы ҡарашлы тип яҙырҙар ине уның турала әгәр ҙә әле лә соцреализм методы менән яҙһалар. Замандан бер тотам да ҡалышмай атлаған кеше, ҡыҫҡаһы.
Бер заман Яҡут ауылындағы яңы ғына төҙөлгән Йәшлек паркы рәшәткәләрен һындырып китә кемдер. Кем икәнен кем ҡарап торған, ауыл буйлап эҙләп йөрөүҙең дә фәтеүәһе юҡ. Торараҡ клуб алдындағы сәскәләргә йәбешкәндәр, Рәмзиәһе менән ултырып ҡайтып китәләр, ә иртән килеүҙәренә сәскәләрҙән елдәр иҫкән, кемдер соҡоп алып ҡайтып киткән. Артабан былай булмай, ҡалайтырға? Клуб янында ҡыуыш ҡороп, ҡарауыл булып, ятып булмай ҙа.
Рәүеф әмәлен таба. Камералар алып ҡайта. Дөрөҫөрәге, малайы алып ҡайта. Яҡуттың шикле ерҙәренә ҡуйып сығалар тегеләрҙе. Клуб, парк... һарай. Ниңә һарай? Быуаҙ һыйырҙы ҡарайым тип төн эсендә әллә нисә рәт кәрәсин шәм тотоп йөрөй торған заман артта ҡалды. Әле камера булғас, телефонды астың, барыһы ла күренеп тора. Бына һыйыр көйшәп ята, бына һарыҡтар эткеләшә, тауыҡтар төнәй. Күңел тыныс, һәүкәште тулғаҡ тота башланымы, һә тигәнсе янында булаһың, ситтә йөрөһәң, күршеңә шылтыратаһың..
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.