Тиле саҡ, ҡан ҡыҙыу, аҡыл яғын... үҙегеҙ беләһегеҙ, күп ҡиммәттәрҙең ҡәҙерен, баһаһын белмәгән мәл. Хаталар күп ҡылына йәш саҡтарҙа, аҙаҡ, йылдар үтеп, сәскә сал ҡуна башлағас ҡына, килә үкенестәр, әммә терһәккә буйҙар етмәй.
...Бөгөн иртән ҡарҙағы ошо яҙыуға тап булдыҡ. Ниндәй гонаһтары барҙыр был бәндәнең, ғәфүҙәр итә алмаҫлыҡ ниндәй эштәр ҡылғандыр - ҡараңғы. Шулай ҙа, хистәрен эстә генә тотоп түҙмәй, балкон аҫтына яҙырлығы булғас, үкенестәре барҙыр, барыһын төҙәтергә ынтылалыр. Нисек булыр был мөхәббәт тарихы, береһе лә, хатта ошо яҙыуҙың авторы ла белмәй, һәр хәлдә лә анонимға уңыштар теләйбеҙ.
Ҡар өҫтөндәге яҙыуҙар тиҙҙән, ҡояш йылыһына түҙмәй, иреп, юҡҡа сығыр, күңелдәге үпкәләр, ошо яҙыуҙай, тиҙ генә юҡ юйылырмы? Туңған йөрәк ирерме?