Йәшәйеш
1 Март 2024, 09:54

Диван

- Һаумы, ҡустым, тиҙҙән "Листопад"та туй үткәрәм, киләһеңме?

ДиванДиван
Диван

Урта йәштән үткән ир шулай тип, тупһанан уҡ, сәләмләне.
- Беренсе ҡатын менән 6 йыл элек айырылдыҡ, 6 йыл буйы холостой булдым, гел яңғыҙ йөрөргә тигәнме, бына өйләнергә ине. Гүзәлем Ишембайҙан. Ул да яңғыҙ. 3 бүлмәле квартиры бар. Ғәләмәт шәп бисә. Мин ауылда йәшәйем. Ҡатынды квартира өсөн алаһыңмы ти, юҡ. Уны күптән беләм, әллә нисә йыл барып йөрөнөм. Гүзәл тиҙҙән машина алам, ти. Сузуки. Сузуки һәйбәт машинамы ул? Гүзәл машинала үҙе йөрөй, минең правамды алдылар, 11 ғинуарҙа наркологиянан иҫәптән төшөрөргә тейештәр, Эльвира Абузаровна, Күмертауҙың баш наркологы, саҡ ҡына түҙ. иҫәптән төшкәс, праваңды алырһың, ти.
Әле диван эҙләп йөрөйөм, яңыны алырға ине. Иҫкеһе бар ул, тик яңы бисәне иҫке диванға алып ҡайтып һалайыммы ни?.Яңыла ятҡы килә. Шул. Былай эсеп йөрөһәң, нисек диван алаһыңмы тимә, алам.
Эсеүҙе нисек ташларға икән? Бер йылы Бөгөлсәнгә кодировать итергә алып барҙылар, бер ҡарт, мунсаға керетеп, төтөн менән дауалай. Үҙең менән 1 кг шәкәр, 300 һум аҡса, бер чекушка араҡы алып барырға кәрәк. Чекушканың бер стаканын ғына һалып бирә, шешәлә ҡалған араҡыны үҙенә ҡалдыра, уны нимә эшләтәлер, әллә аҙаҡ үҙе эсеп ҡуямы икән?
Тәсбих тартып йөрөйөм, минең барыһы ла нормаль булһын тип, теләп тартам. Туҡтале... - ир, курткаһын күтәреп, ҡайһылыр еренән банка һымаҡ һауыт сығарҙы, - баш ауырта, - банкаһын асып, бер нисә йотом йотто, - шулай хәлдәр, ҡустым, ә туйға кил. 28 кешене саҡырҙым, иң яҡындарын ғына, ошолары еткән, нимәгә миңә артыҡ кеше.
Бер ҡулында араҡы, икенсеһендә тәсбих тотҡан ир сығып китте.
"Кейәү"ҙең, әйтерһең, бер яғында шайтан, икенсеһендә фәрештә ултыра. Уларҙың ҡайһыһы еңер - яңы диванда ятҡан яңы ҡатынлы, машиналы, правалы яғымы, әллә...

Автор:
Читайте нас