Кисәге Һылыуҡай менән Көйөргәҙе батыры бәйгеһенән һуң шулай булды. Яңы ғына сәңгелдәктә илап ята ине лә баһа, ҡайһы арала ҙур сәхнәләрҙә, бөтәһенең һушын килтереп, сығыш яһар йәшкә килеп етте ул?
Был ҡыҙ йәки егет беренсе, икенсе... Гран-При алды тинек, тамашаны әсир булып ҡарап ултырған ололар, бигерәк тә, ата-әсәләр өсөн тап уның балаһы Гран-При алды! Иркәләп-бәпләп кенә үҫтергән уның бәпесе алмай, тағы кем алһын? Донъялағы иң матуры, аҡыллыһы, батыры, талантлыһы, әлбиттә, уның балаһы. Һәм был дәлилгә ҡаршы бер кем дә Юҡ, улай түгел тип әйтә алмаҫ, теләп риза булыр.
Тормошоңда ла гел Гран-При-ға лайыҡ еңеүҙәрең күп булһын ине, баштарыңдан еңеү тажы төшмәһен, балаҡай.