Йәшәйеш
4 Март 2024, 09:28

Бер кеме лә юҡ

Әссәләмәғәләйкүм, хөрмәтле туғандар, милләттәштәр!

Бер кеме лә юҡБер кеме лә юҡ
Бер кеме лә юҡ
Бөтәгеҙгә лә Аллаһ биргән ҡыҫҡа ғына ғүмерҙә һәр көн, һәр минуттың ҡәҙерен белеп, изгелектәр эшләп, күберәк сауаптар йыйып йәшәргә насип итһен ине!
Эй ғүмер тигәнең, аҡҡан һыу кеүек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың һәм бына теләһәң, теләмәһәң дә ҡартлыҡ алдыңа килеп баҫа ла ҡуя һәм элекке ташып торған дәрт-дарман да бөткәндән-бөтә башлай.Ә ысын донъяға, исмаһам, донъяла йыйған бер генә байлыҡтарыбыҙ ҙа бармай, фәҡәт изгелектәребеҙ яҙылған ғәмәл дәфтәрҙәребеҙ генә бара.
Шуға күрә, ҡәҙерле дуҫтар, мин һеҙҙе изгелектәр эшләп, сауаптар йыйырға саҡырам һәм ошо йәһәттән һеҙгә оҙаҡламай 96 йәше туласаҡ ҡалабыҙҙың ағинәйе, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны бер нисә миҙал һәм ордендар маҡтау һәм Рәхмәт ҡағыҙҙарына лайыҡ булыусы Туйгилдина Аҫылбикә Байрам ҡыҙы тураһында һөйләргә теләйем.
Аҫылбикә апайҙың бала сағы тыуған илебеҙ өсөн иҫәпһеҙ бәлә-ҡазалар, юғалтыуҙар килтергән ауыр һуғыш йылдарына тура килә.
Ҡатыны менән береһенән-береһе 5 балаһын ҡалдырып, аталары Байрам ағайға ут яуған һуғыш яланына ҡанлы көрәшкә китергә тура килә. Шуға күрә бала ғына саҡтан уҡ кескәй Аҫылбикәгә эҫелә бешеп, һыуыҡта туңып, көтөү көтөргә лә, ҡышын быҙау ҡарарға ла тура килә. Был ғына ла түгел, бер ваҡыт уны йәштәштәре менән Мораҡҡа тимер юлда эшләргә ебәрәләр. Бер аҙ ваҡыттан Аҫылбикәнең үтә лә яуаплы һәм тырыш икәнен белеп, Ворошилов вахтаһында эшләү өсөн Кузбассҡа ебәрәләр. Бында Аҫылбикә апай туҙған кейем, тишек ситек кейеп, астан ҡырҡылып, яғылмаған һыуыҡ барактарҙа йәшәп, ҡышҡы буранда ла, йәйге ел-ямғырҙа ла төҙөлөштә эшләй. Күптәр был ҡот осҡос ауырлыҡтан һәм аслыҡтан йән бирәләр.
Ә 1945 йылда Аҫылбикә апайҙы иптәш ҡыҙҙары менән бергә урманда эшләү өсөн Японияның сигендә урынлашҡан Амзац станцияһына ебәрәләр. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илебеҙ халҡы иңенә төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы ла үҙ иңендә татыған Аҫылбикә апайҙарҙың ауыр тормоштан түгел, ә үҙҙәренең тыуған яҡтарын, туғандарын, тыуған ауылын һағынып илаған саҡтары бик күп була. Иҫән-һау ҡайтып, тәүге тәпәй баҫҡан тупраҡ, ялан-ҡырҙарын ҡасан күрерҙәр икән?
Бына бер ваҡыт улар һалдат кейемендә ҡатып килгән ир-егеттәрҙе күрәләр, тимәк, Аллаһҡа шөкөр, һуғыш бөткән!
Ҡыҙҙарҙы фәҡәт 1947 йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайтаралар. Ләкин бында ла уларҙы емереклек, аслыҡ-яланғаслыҡ һәм көс тә етмәҫлек ауыр эш көтә. Бер аҙ ваҡыттан һуң ауырлыҡтарға бирешмәй, бил бөгөп тырышып эшләгән Аҫылбикә апайҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһына төҙөлөшкә ебәрәләр һәм бер аҙ ваҡыттан ҡыҙҙы Күмертауға саҡыралар.
Тап бына ошо йылдарҙа ул үҙенең ғүмерлек мөхәббәте хәрби Фәсхетдин Туйгилдин менән осраша һәм уға кейәүгә сыға.
Әлбиттә, өйләнешеүҙең тәүге көнөнән уҡ уларға донъя көтөү, балалар үҫтереү менән бергә иртәнге ҡараңғынан киске ҡараңғыға тиклем һуғыштан һуңғы иң ауыр йылдарҙа тырышып эшләргә тура килә. Аҫылбикә апай 28 йыл брикет фабрикаһында, унан һуң оҙаҡ йылдар профилакторийҙа һәм башҡа урындарҙа эшләй.
Улар Фәсхетдин ағай менән 50 йылдан артыҡ башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп, матурлап донъя көтәләр, туғандар менән ҡатнашып, ярҙамлашып йәшәп, 3 бала ҡарап үҫтерәләр, әлхәмдүлилләһ! Тик шуныһы бигерәк тә йәл: бөгөнгө көндә бөтәбеҙгә лә өлгө булырлыҡ ағинәйебеҙ ике бүлмәле фатирҙа яңғыҙы йәшәй шул. Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше Фәсхетдин ағай ҙа күптән был донъянан киткән, уртансы улы Риф вафат булған, ҙур улы Ринаттың иҫәнме - юҡмы икәнен бер кем дә белмәй, ә бәләкәй ҡыҙының ҡараға бер мөмкинселеге лә юҡ, ни хәл итәһең инде.
Шартлап йөрөгән, ҡулынан килмәгән эше булмаған 2-се төркөм инвалиды Аҫылбикә апайҙың бөгөнгө көндә ҡолағы ишетмәй, күҙе күрмәй, аяғы саҡ-йөрөй һәм эргәһендә һыу алып бирергә лә бер кеме лә юҡ! Әлбиттә, бында кемделер ғәйепләү бер ҙә ярамай, сөнки һәр кемдең үҙ яҙмышы. Тик оло йәштәге кешегә ярҙам итергә тейешбеҙ, быны беҙгә Аллаһы Тәғәлә ҡуша һәм уның сауаптары иҫ киткес буласаҡ, ин шәә Аллаһ! Ә нисек ярҙам итергә тип һорарһығыҙ. Бында, әлбиттә, уның янына расписаниеға ярашлы социаль хеҙмәткәрҙәр килеп йөрөй, ләкин уларҙың ваҡыты иҫәпле генә, ә ҡалған көндәрҙә апаҡай ярҙамға шул тиклем мохтаж бит. Шуға күрә адресы һәм нисек янына керегә өйрәтеп, уның янында ултырып, көнөнә бер тапҡыр булһа ла тамағына ашатыусы булмаҫмы икән?
Ә икенсе ярҙам – бөтә документтарҙы тейешенсә юллап, ҡарттар йортона урынлаштырыу. Әлбиттә, оло кешенең ғүмере күпме генә ҡалған, уны урынынан ҡуҙғатмау хәйерле тип уйлайбыҙ. Ләкин, дөрөҫөн Аллаһ ҡына белә инде.
Һөйөклө туғандар, әйҙәгеҙ, беребеҙ ҙә ололар яҙмышына битараф булмайыҡ, кәрәкле тәҡдимдәр индереп,бөгөн үк һәр беребеҙ ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулын һуҙайыҡ. Мин ҡалабыҙҙа мәрхәмәтле кешеләр булыуын беләм һәм ышанам. Бөтәгеҙгә лә Аллаһтың рәхмәте яуһын, берҙәм булайыҡ, берҙәм булайыҡ, туғандар!
Бөтәгеҙҙе лә ошо телефон аша һөйләшергә саҡырабыҙ: 8 927 927 58 60
Нурия ХӘЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы
Автор:
Читайте нас