Йәшәйеш
4 Март 2024, 04:26

Нимә эшләйһегеҙ һеҙ, кешеләр?

Яу яланынан Көйөргәҙе егеттәре сәләм ебәрҙе.

Нимә эшләйһегеҙ һеҙ, кешеләр?Нимә эшләйһегеҙ һеҙ, кешеләр?
Нимә эшләйһегеҙ һеҙ, кешеләр?

Был юлы фотоларҙа үҙҙәре түгел (биттәрен ҡаплауға мохтажлыҡ юҡ), ә яндарында ғүмер иткән хайуандарҙы ебәргәндәр, әҙәм балаһынан айырмалы рәүештә, уларҙың йөҙөн ҡаплау кәрәкмәй. Тыныс тормошта ла әле, урамда сығарып ташланған эт, бесәйҙе күрһәң, йөрәк һыҙлай, ә былар яу ерендә йөрөй, кеше аҙмы-күпме ни өсөн тигән һорауға яуап бирә алһа, януарҙарҙың был һорауға яуабы юҡ. Бар уйҙары, маҡсаттары - нисек тә тере ҡалыу, йәнде һаҡлау. 

Кешегә лә, хайуанға ла ғүмер бер генә бирелә. 
Автор:
Читайте нас