Исеме менән генә өндәшһәк тә, алыпһатар йәки сәс киҫепме, тырнаҡ-күҙ-ҡаш-сәс буяп йөрөй торған кеше түгел ул, ә Сбербанк.
Сбер аҙна һайын ошо көндө Таймаҫ, Ялсыҡай ауылдарына килә. Бигерәк йәтеш: коммуналка өсөн түләргә була, интернет-ғәләмәт өсөн, кредит-ипотека... Машина эсендә халыҡты хеҙмәтләндереп ултырған ҡатын - Гөлнара. Ошо ҡатынға халыҡ ныҡ эҫенде, бигерәк һәйбәт ханым, кешене тыңлай, кәңәшен бирә белә, үҙҙәре һымаҡ ябай. Шуға, шаршамбы еттеме, халыҡ оло юлға ҡарай: Гөлнарабыҙ килә ятмаймы?