...Һуғыш барған яландарҙа ла тормош ҡайнай икән. Тәбиғәт, бер нимәгә ҡарамаҫтан, уяна, ана, бал ҡорттары ла сәскәнән-сәскәгә ҡунып, һут йыя башлаған. Ошондай матур тормошта кешегә нимә етмәй тип уйлай микән тәбиғәт тә?
Фотоларҙы яҡташ һалдат ебәрҙе. Әле ошо матурлыҡҡа һоҡланып йөрөүе уның. Хәс, теге саҡтағы Шағир кеүек, тыуған илеңдең сәскәләре янына ҡайтырға ла ошолай тип йырларға яҙһын һиңә, Һалдат:
Ауылымдың туғайҙары аша
Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен,
Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм
Һәм эйелеп өҙәм еләген.
Гөлдәр миңә "Һаумы, һаумы!"- тиҙәр,
Талғын елдәр иҫкән сағында,
Баш эйәләр. Бер мин генә түгел,
Улар ҙа, ахры, мине һағынған.
Айырылыуҙың оҙаҡ йылдарында
Ниндәй яландарҙа йөрөмәнем,
Ләкин, гөлдәр, һеҙҙең шикеллеләй
Хуш еҫ бөркөгәнде күрмәнем.