Йәшәйеш
2 Апрель 2024, 09:51

Эх, ауыл, ауыл тормошо

Марат ИСХАҠОВ, Яңы Юл ауылы

Эх, ауыл, ауыл тормошоЭх, ауыл, ауыл тормошо
Эх, ауыл, ауыл тормошо

Ваҡыт
Ейән-ейәнсәрҙәргә ҡарап
Иҫкә төшә бала саҡ,
Йыраҡтарҙа ҡалып, һағындырып
Мәңге күңелдәге саҡ.

Туҡталмайса аға ваҡыт
Өйөрөлтә донъя ҡуласаһын,
Булмай бер ни үҙгәртергә
Түләһәң дә мул-мул аҡсаһын.

Үҙ көйөндә ваҡыт арбаһы
Байтаҡ йылдарҙы үткән,
Үҙе менән беҙҙе лә алып
Олатай- өләсәйҙәр иткән.

Һәр миҙгелдең матурлығы
Булғандай кеүек хас үҙенә,
Йәшәлһен табып йәмде
Күтәрелгәндә лә ғүмер үренә.

Балалар булһын иҫән,
Ҡыуандырһын уңыштар яулап.
Ейән-ейәнсәрҙәр йүгерһен,
Тәмлекәстәр янда даулап.

Шатландырһын һәр бер таңға
Ташламайса ныҡлы һаулыҡ,
Унан да юҡ бит ҡиммәтерәк
Бирелһә лә күпме байлыҡ.



Бала саҡ мажараһы
Бал ҡорттарын бала саҡтан
Яраттым иҫем китеп.
Күршебеҙҙең умарталығында
Малайына ярҙам итеп.

Атайҙан таптырып умарта
Тейҙем ҡайсаҡ теңкәһенә.
Еңел генә бал ашарға
Эштең төшөнмәй хәйләһенә.

Йылмайта, төшөп хәтергә
Мажараһы малай саҡтың.
Ҡара янып ҡояшҡа. Шуҡ,
Тиктормаҫ, тиле саҡтың.

Алыҫта, ауылдан күлгә
Ҡармаҡларға барҙыҡ балыҡ,
Барып етеп, ул күлгә
Емләп, ҡармаҡтарҙы һалдыҡ.

Күреп ҡалып тирәктә
Эленеп торған ҙур күсте,
Балыҡ ҡайғыһы китте
Бар уйыбыҙ, күскә күсте.

Уйлап та тормай күпте
Баҫтыҡ менеп тирәккә.
Майканы сисеп, төйнәп
Дөп-дөп килһә лә йөрәктәр.

Ҡалтыраған ҡулдар менән
Майканы кейҙерҙек күскә.
Һыймай майкаға күсебеҙ
Өҙөлөп төшмәһенме өҫкә.

Туҙған күс ябырылды
Ҡыҙығы башланып шунда.
Мырҙа менән эй саптыҡ
Бар нимәне ташлап унда.

Йәшлеккә
Килгән һайын яңынан яҙҙар
Йырағайта йәшлек йылдарын.
Өҫтәп йылдарҙы йәшемә
Күңелдең семетә ҡылдарын.
Йәшлегем, минең йәшлегем
Мәңге түгелһең ниңә?
Йәш саҡтағылай һәр саҡ
Килә ҡалаһым һиндә.
Сал төшһә лә сәстәргә,
Өҫтәлеп йыйырсыҡтар биттәргә.
Күңел генә ҡалалыр ҡартаймай
Етһәм дә нисә йәштәргә.
Йәшлегем, минең йәшлегем
Ҡайҙарҙа ҡалдың аҙашып?
Күпме көтһәм дә килмәҫһең
Яңынан, яңғыштан, аҙашып.
Йәш, көслө саҡтарым
Булыр кеүек ине гел,
Үтә, икән һиҙҙермәй
Бер ниҙә мәңе түгел.
Килһен яңынан яҙҙар,
Өҫтәлһен йылдар йәшемә.
Һаулыҡ ҡына ташламаһын
Етһәм дә нисә йәшемә.

Яңауылым
Көйөргәҙе буйына һыйынып
Урын алған Яңауылым.
Ғүмерем буйы ғашиҡ булған
Тыуған, үҫкән минең ауылым.

Юҡ янында ғорур ҡаялар,
Ятмай йәйрәп йәшел урманы.
Тик ауылымда табам йәмде
Бер елдереп үтеп урамын.

Һәр йортоңда кешеләре
Минең яҡын күңелгә,
Ерҙе ошо данлар өсөн
Хеҙмәттәрелер күпме түгелгән.

Көйөргәҙеһе аға тыныс ҡына,
Ярында үҫә ҡамыш, тирәк.
Яҙын ташып, боҙо китеүен
Оҙатып ҡалыуы матур бигерәк.

Ауылымдың утын һүндермәй
Ҡайнаһын бында тормош.
Иҫһә әгәр, әсе елдәр
Урап ситкә алһын боролош.

Зарланыу көлөп кенә
Ҡарап ҡуям, йәшәп ауылда
Үтмәнеме тиеп ғүмер заяға,
Ҡайсаҡ килә уйҙар
Ник китмәнем тиеп ҡалаға.

Эх, ауыл, ауыл тормошо
Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшен
Тауҙай өйөлгән мәшәҡәттәргә,
Түҙә ауыл һинең кешең
Көндө ялғап төнгә эшләһәң.
Көн туйҙыра йылды, тиҙәр
Үпкәләп тә ҡуйыла яҙмышҡа,
Күрмәй донъя, үтә ғүмерҙәр.
Саф һауаһын, һыуҙарын
Һулай, урлай килеп ситтәр.
Кинәнергә хозурлыҡҡа яндағы
Ауылдың мәшәҡәттәре ҡуя сиктәр.
Ҡоллоҡто бөтөрһәләр ҙә күптән
Тотҡонда ҡайсаҡ хис итәм үҙемде.
Бөтмәҫ мәшәҡәттәрем булһа ла
Яратам бит ауыл үҙеңде.

Автор:
Читайте нас