Күмертауҙың Урау юл урамындағы ағастарҙы. Был турала алдан иҫкәрттеләр, урам ябыла тип, законды тыңлай белгәндәр ишек алдары аша, урап-урап, Дзержинскийға барып сыға, әммә күбеһе, әйткәнде ҡолағына ла элмәй, һаман тураға һыпырта.
Ағастарҙы киҫәбеҙ тип яҙғас, бер ҡала кеше бик шәп кәңәш бирҙе: ҡырҡылған ботаҡтарҙы шунда уҡ, урамдағы соҡорҙарға ташлағыҙ, һеҙгә лә шәп булыр (эшегеҙ еңеләйер), автомобилдәргә лә насар булмаҫ - соҡорға суммаҫтар.