Йәшәйеш
19 Апрель 2024, 09:38

Йырҙарығыҙҙы һағындыҡ

Уның менән күптән күрешкән генә түгел, һөйләшкән, яҙышҡан да юҡ ине. 

Йырҙарығыҙҙы һағындыҡЙырҙарығыҙҙы һағындыҡ
Йырҙарығыҙҙы һағындыҡ
Китер алдынан ғына шылтыратты, ул саҡта Өфөлә ине ахры:
- Минең фронтҡа барыуым тураһында яңылыҡты иң тәүҙә ҡуймағыҙ, беренсе республика башлығы белдерә, унан һуң мин үҙем, аҙаҡ ҡына һеҙ. Ә киреһенсә түгел.
Төшөндөк, әйткәнен ҡабул итеп, көтөп ултырҙыҡ, көн кискә ауышҡайны. 
Бөгөн сәләмдәрен ебәрә. Ошоға саҡлы башҡа бик килмәгән һымаҡ ине, әле килде - һағындырған икән. Үҙе башлыҡ саҡта, оҡшамаған яҡтарын табып, эттән алып эткә һүккән мәлдәр ҙә булманы түгел, бар бындай гонаһ, әле бына уйлап ултырабыҙ: һәйбәт яҡтары ла күп ине. Кенә ҡыуманы, теге йәки был кешенең хөсөтөнә бирелмәне, ҡасан күрмә, йылмайыр, ҡасан теләмә ҡабул итер ине.
Ниндәй генә мәжлес булмаһын йырлар ҙа ебәрер ине, бирелеп китеп йырлай ул, йырға бөтә йөрәген һала, ихлас башҡара. Етмәһә, һәтитә лә тәтитә тигән йырҙар түгел, һирәк осраған, боронғо йырҙар. 
Тиҙерәк ҡайтығыҙ. Мәжлестәрҙә һеҙҙең йырҙы тыңлағы, "Что называется ..." тигәнде ҡушып һөйләгән телмәрҙәрегеҙҙе ишетке килә. 
Автор:
Читайте нас