Аллабирҙе - Ырымбур өлкәһендәге күрше генә ауыл, электән был ауыл менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, гел байрамдарына саҡырып, шылтыратып та, яҙып та хәлдәрен белдереп торалар. Шуға был шылтыратыуҙы ҡыуанып ҡабул иттек. Тағы берәй байрамдары буламы икән, бәлки, башҡа төрлө мөһим яңылыҡтары барҙыр?
- Минең улым һуғышта. Былтырғы көҙҙән бирле. Китер алдынан ғына (27 ноябрҙә китте) әллә ҡайҙан әллә ниндәй ҡатын табып, яҙылышҡан. Яҙылышыу көндәре 25 ноябрь. Йәнәһе, был ҡатын, ул киткәс, мине ҡараясаҡ. Минең аяҡтарым йөрөмәй. Улым китте, был ҡатындан да елдәр иҫте. Ишетеп-белеп ятам, улымдың аҡсаларын алып, эсеп тик йөрөй икән был. Миңә бер тин тәтемәй, "килен" килеп мине ҡарамай ҙа. Ҡайҙа ғына шылтыратманым, улар яҙылышҡас, аҡса уға булырға тейеш ти ҙә ҡуялар. Был хәлде бары тик улым ғына хәл итә ала? Уның менән һөйләшеп торабыҙ, тик оҙаҡ һөйләшә алмай. Тегенән тороп та айырылышырға була тиҙәр, Күмертауҙың ЗАГС-ы кәрәк ине, үҙе әйтеп, айырһындар ине. Ниңә һеҙгә шылтыратам, ошо ҡатын тураһында яҙып булмаҫмы икән? Ул башҡа ирҙәрҙе лә алдап тик йөрөй тиҙәр. Әле С. ауылында, һуғыштан ҡайтҡан бер ирҙең аҡсаһын эсеп ята тиҙәр. Былай, улымдың карточкаһын блокировать иттерҙек, иттереүен. Банкка барып үҙем ала алмайым, доверенность кәрәк тиҙәр. Улым әле отпусыһына ҡайтҡаны юҡ, бәлки, бер-ике айҙан ҡайтыр, Алла бирһә, унда инде, "тормош иптәше" менән араларҙы тулыһынса өҙөр, беҙҙе бәләнән ҡотҡарыр ине.
Бына шулай йәшәп ятабыҙ, ҡатындың исемен яҙырға ярамай тиһегеҙ, шулай ҙа иҫкәртегеҙ әле башҡа яңғыҙаҡ ирҙәрҙе - бисә әсәнән ҡәҙерле булмаһын.