Үҙенә таяндырып, беҙгә һутын биреп торғаны - Тыуған ер. Кем ҡайҙа йөрөһә лә, тыуған тупрағын онотмай, һағына, юҡһына, гел иҫенә ала.
Бөгөн ошо байрамда осрашҡан улар. Ҡайһы берҙәре бер-береһе менән көн дә тиерлек күрешеп йөрөй, кемеһендер йылдар буйы күргәндәре юҡ. Тыуған ерҙән алыҫта осрашыу, бындағыһынан барыбер ҡәҙерлерәк, ахры.
- Ләйсән, һин етмәйһең беҙгә.
- Кешеләрегеҙ күп тә.
- Күп - сифатлы тигәнде аңлатмай. Кисә генә ғауғалы ултырыш булды, унда һине лә иҫкә алдыҡ.
- Нимә тип?
- Етмәйһең тип.
Тыуған ерҙә эшләгән кеше уның йылыһын, тын алышын тойған, уның өсөн бар йөрәктән борсолған кеше булырға тейеш. Бөгөнгө Атайсал ошолайыраҡ уйҙар уятты.