Все новости
Йәшәйеш
13 Мая , 16:39

Кешегә нимә етмәй?

Свобода - хөрриәт була.

Кешегә нимә етмәй?
Кешегә нимә етмәй?

Көйөргәҙе районы Свобода ауылы халҡы нисек йәшәйҙер, хөрриәттә-иректә, азатлыҡтамы, быныһын кешеләр үҙҙәре әйтер. Бына хайуандары, ҡош-ҡорто хөрриәттә йәшәй. Сәйәси тел менән әйтһәк, социализм ҡоролошонда. Һинеке - минеке принцибы менән. Барыһы ла уртаҡ.
Видеолағы бесәй балаһы менән тауыҡтың бүлешер, талашыр донъялары юҡ, барыһы ла уртаҡ. Булғаны етә.
...Аңлаһалар, телевизор ҡараһалар, был мәхлүктәр, һис шикһеҙ, әҙәм балаларына нимә етмәй, ниңә туҡтауһыҙ ыҙғышалар тип ғәжәпләнер ине.

Автор:
Читайте нас: