-4 °С
Облачно
Бәләкәй улым яуҙа, икенсе йыл йөрөй унда, инде 20 көн бәйләнешкә сыҡҡаны юҡ, нимә уйларға ла белмәйем. Былтыр бер энекәшемде күмдек. Бер үҙем биш малайҙы аяҡҡа баҫтырҙым, ауылды иң оло әсә мин инде ул. Интернетты асыр хәл юҡ, гел алама хәбәргә юлығаһың, Күмертауҙа кемделер күмгәндәр, районда кем менәндер хушлашҡандар. Ошо мәлдә, олонан ҡубып, байрамдар үткәреү кәрәкме икән? Һабантуй ҙа һабантуй тиҙәр, нимәгә кәрәк ул бөгөн?
Рәмзиә Әҙһәмова, Зәк-Ишмәт ауылы.
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.