Все новости
Йәшәйеш
15 Июня , 15:58

Аҡ ҡанатлы фәрештәләй аҡ халатлы ҡатын

Ғәжәп инде, ике йылдан артыҡ барған хәлдәр булмаһа, бәлки, бер-беребеҙгә сәләм тип баш ҡағып ҡына китер кешеләр булыр инек.

Аҡ ҡанатлы фәрештәләй аҡ халатлы ҡатын
Аҡ ҡанатлы фәрештәләй аҡ халатлы ҡатын

Әле лә шулайыраҡ булды, Һабантуй башланғас та, килгән ҡунаҡтарҙы көтөп алйып бөткән артистар (ҡасан киләләр инде, тиҙерәк килеп ҡайтһындар ҙа, арыныҡ) араһында торғанда, иң тәү булып улар күренде - яуҙан ялға ҡайтҡан һалдаттар. Быйыл шулай итергә булғандар, ҡыйбатлы кәстүм-салбар кейгән түрәләрҙе алғы планға ҡуймаҫҡа (халыҡтың былай ҙа бындайҙы күреп, асыуы ҡабара), ә төп ҡунаҡ, ҡәҙерле кешеләр итеп, тап уларҙы күрһәтергә, алғы һыҙыҡҡа сығарырға.
...РДКла ниндәйҙер мәҙәни сарала аҡ халатта тора ине был ҡатын. Күп йылдар үтте ошо концерттан һуң, тәү күрешеүебеҙ шунда булды. Аҙаҡ тегендә-бында осрашылды, унда ул гел аҡ халатта булыр ине. "Сәләм, сәләм, хи-хи, ха-ха...". Бер мәл көлкө килмәй башланы, барыбыҙ ҙа белгән насар хәлдәр башланды, башты һеңгәҙәтә һуҡҡандай, яуға ул да китте лә барҙы. Әле байрам яланында осрашҡас, бер тамсы ла тартынмай, ҡосаҡлаштыҡ. Әйтерһең, йылдар буйы аралашып, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшөп, серләшеп йәшәгән кешеләр.
- Иҫән ҡайт, - теләк түгел, наказ булып яңғыраны. Әлеге кейгән формаңда түгел, ә теге саҡтағыса аҡ халатта килеш, бына ошонда, тыныс тормошта, күрешеп йәшәргә яҙһын.

Автор:
Читайте нас: