Все новости
Йәшәйеш
1 Июля , 16:58

Ирҙең матур быуаты

Элегерәк ҡасан ҡайтаһың, ниңә оҙаҡлайһың тип йөҙәтә инеләр.

Ирҙең матур быуаты
Ирҙең матур быуаты
Хәҙер киреһе - һорау икенсе -  ҡасан эшкә китәһең тиҙәр.
Фатирҙа телевизор берәү, уны ир кеше ҡараймы ни, ютубын ғына тоҡандыра. Ә ҡатын заты сериалдарға мөҡиббән. "Матур быуат" тигәненә. Ошо фильм арҡаһында йыш ҡына низағ та сыға, ир кеше, юҡ менән һаташып ултыраһығыҙ тип, өйҙәге гүзәл затты тиргәй, тегеләре лә позицияһынан сигенмәй: сәйәсәтең ялҡытты тип, үҙҙәре һөжүм итә.
Хөрөм, Сөләймән, Хатидже (уныһы Хәҙисәме икән), Паргалы... Ирекһеҙҙән, ҡарамаһа ла, сериалдың тауышын тыңларға мәжбүр ир геройҙарҙың исемен дә ятлап бөтөп бара.  
Өйҙәгеһе генә етмәгән, Күмертауҙың магазиндарында ла Хөрөмдәр килеп сыҡҡан икән. Үҙҙәрен ҡарауҙары етмәгән, хәҙер уларҙы сәй итеп эсә лә башлайҙар, тимәк. 
...Ирҙең өйҙә булмағанына борсолоп, ҡасан ҡайтаһың, кем менән йөрөйһөң, ҡайҙа йөрөйһөң тип яфалаған мәлдәрҙең артта ҡалыуы ир-аттың матур быуаты үтеп китеүен дә аңлатмаймы икән? 
Автор:
Читайте нас: