Все новости
Йәшәйеш
14 Июля , 10:42

Бер-беребеҙҙе ишетә беләбеҙ

- Ошо өйҙө йәшләй төҙөргә хыялландыҡ, яйлап төҙөй торғас, хаҡлы ялға сығыуыбыҙға төҙөп бөттөк, 20 йыл буйы төҙөнөк.

Бер-беребеҙҙе ишетә беләбеҙ
Бер-беребеҙҙе ишетә беләбеҙ

- Атай-әсәйемдең танышыу тарихы тураһында ғаиләбеҙҙә ҡыҙыҡ лаҡап та тороп ҡалды, атайыбыҙ әйтә, әсәйегеҙ миңә тәү күреүҙән ғашиҡ булды, күрҙе лә шунда уҡ ҡар өҫтөнә йығып та һалды, ти. Әсәйебеҙ әйтә беҙ танышҡанда июль айы ине, унда ниндәй ҡар булһын, ти, шулайтып шаярышып, бер-береһенә булған мөхәббәттәрен беҙгә һалып, беҙҙе лә парҙарыбыҙҙы аңлап, яратып йәшәргә өйрәттеләр, шуғалыр ҙа инде, Аллаға шөкөр, беҙҙең ғаиләләрҙә айырылышыу тигән нимә юҡ, - тип ғорурлана юбилярҙарҙың ҡыҙҙары.
- Мин был ҡалаға килгәндә бер танышым, бер туғаным да юҡ ине. Килгәс тә заводҡа эшкә тип барғайным, һөнәрең юҡ, тип кире борҙолар, ҡайтып китергә тип уйлаған инем, шул ваҡыт урамда бер яҡташ егетте осраттым, мин брикет заводында эшләйем, әйҙә минең менән ти, мин ризалаштым. Йәйҙең эҫе көнөндә заводтан ял итергә алып барҙылар, йылғанан ағырға, шунда тәү тапҡыр осраштыҡ та инде, һуңынан ҡайтҡас, яҡынданыраҡ таныштыҡ, ҡауыштыҡ. Ошо йәшкә тиклем бергәбеҙ, бер-беребеҙҙе тыңлап, аңлап йәшәйбеҙ, ир кеше булараҡ, күбеһенсә мин ризалашам, уны тыңлайым инде...

Чурсиндар ғаиләһе хаҡында мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: