Все новости
Йәшәйеш
17 Июля , 15:33

Ағас

Яҡшымбәт мәҙәниәт йорто алдына бына был ағасты ла ултыртҡан инеләр.

Ағас
Ағас

"Теләк ағасы" тиҙәр уны, ҡағыҙ киҫәгенә үҙеңә нимә теләйһең, шуны яҙып, ағастың ботағына элеп ҡуйһаң, имеш, теләгең ҡабул була.
Байтаҡ кеше яҙҙы теләген, күбеһенсә балалар яҙҙы, сабый тиһәң дә сабыйҙар инде: ышаналар. Ғаилә Үҙәге етәксеһе Наталья Савенкова беҙҙе лә дәртләндерҙе: әйҙә, һеҙ ҙә. Донъяла бер нимә лә былай ғына, һорағандан ғына, килмәй икәненә күптән инанған оло кеше булһаҡ та, ҡыҙыш та кит - давай.
...Ағастың япраҡтары менән бергә һелкенеп торған ҡағыҙҙарҙы әйләндереп-әйләндереп уҡыйбыҙ (ҡыҙыҡ бит, кеше нимә һорай икән?).
Уфала квартирам булһа ине... Һылыуым һауыҡһа ине... Машина кәрәк... Матай кәрәк... Миллион доллар кәрәк...
- Был теләктәр ағасын аҙаҡ нимә эшләтәһегеҙ? - ағас янында торған апайҙан һораныҡ.
- Әллә...
Сара бөтөр алдынан ике ҡатын, был ағасты күтәреп, ауыл урамы буйлап китте - ҡайҙа алып киттеләр беҙҙең теләктәрҙе? Хыялдарҙы тормошҡа ашыра торған урынғалыр, бәлки...
Һеҙ нимә теләгәйнегеҙ? Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, тыныслыҡ килһен. Фанилыҡта әҙәмсә, донъяның һәр бәләкәй генә биҙәгенә ҡыуанып, йәшәп өлгөргө килә. Берәй ҡасан беҙҙе лә, анауы ағастай итеп, урам буйлап күтәреп алып китәсәктәр.

Автор:
Читайте нас: