Все новости
Йәшәйеш
25 Июля , 17:20

Ә һеҙ ҡайсаҡ юҡты һөйләйһегеҙ

Ғүмер баҡый мин көтөүсе булдым,

Ә һеҙ ҡайсаҡ юҡты һөйләйһегеҙ
Ә һеҙ ҡайсаҡ юҡты һөйләйһегеҙ

Миңә, ярай, уҡыу теймәне.
Ә һеҙ ҡайсаҡ юҡты һөйләйһегеҙ,
Бер дөйәләй итеп төймәне...
Уның менән күрешкәс, данлыҡлы Шағирҙың атаҡлы поэмаһының һүҙҙәре башҡа килде.
Юҡ, ул көтөүсе түгел, әлбиттә, наҙан да түгел. Киреһенсә, заманында техникум бөткән егет ул (ул саҡта, кем хәтерләй, техникум дипломы хәҙерге юғары уҡыу йорто дипломынан да күпкә юғары һаналды, быға һәр кемдең теше үтмәй ине). Ауыл китапханаһының бөтә булған китаптарын уҡып бөткән кеше лә ул. Даирәһе киң. Түләкте иҫләүҙең сәбәбе башҡала. Рәсүл Иҙрисовтың һорауҙары. Уларын да биткә бәреп, күҙгә ҡарап, хатта һорау итеп тә бирмәй, әммә һәр һүҙендә һорау яңғырай ине.
...Әле тормош тап теге көҙ кеүек,
Тәндәр түгел, йәндәр күшегә.
Был болғаныш замандарҙы үтеү
Еңел тиһеңме ни кешегә?!
Еңел тиһеңме ни кешегә?!
Көлкөгә генә бор ҙа ҡотол, әммә был барыбер ҡотолоу юлы түгел. Рәсүлдән түгел, үҙеңдән ҡасырға маташыу.

...Яманһарыны, тотошлайы менән ҡаплап, ямғыр яуа. Яҡты ҡояш, зәңгәр һауаны, һорауҙарға яуапты бөтәһе лә көтә. 

Автор:
Читайте нас: