Кешеләр бер-береһе менән ҡасан да булһа мотлаҡ тап булыша. Шулай ҙа әлеге хәл мөғжизәгә тартым. Таймаҫтар кисә Әстерханда осрашҡан. Яңғылыш. Бер-береһенең унда икәнен дә белмәйсә, ярты миллион халыҡ йәшәгән ҙур ҡалала, Таймаҫтан меңәр саҡырым алыҫлыҡта.
Тап ошо урамда, тап ошо кафе янында, тап ошо минутта уларға булырға тип кемдер әшкәрткән һымаҡ, бер нисә минутҡа береһе һуңлаһын, тарихи осрашыу булмаҫ та ине.
Ауылдаштар бер-береһен байтаҡтан күргәне юҡ, ҡосаҡлашып танһыҡтары ҡанғас, һөйләр хәбәрҙәре бөтмәгән, үҙҙәре бында тора, ә күңелдәре менән Таймаҫта йөрөп яталар...
Ер шарын түңәрәк тиҙәр, яҡташ егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың да, улар ҡайҙа ғына йөрөһә лә, донъялары гел түңәрәк булһын.