Все новости
Йәшәйеш
5 Августа , 11:25

“Жди меня”ны ҡарар кәрәк

Көтмәгәндә генә табылды Карам бабайым Рахманғоловтың баш балаһы Рәфҡәт Карамыч.

“Жди меня”ны ҡарар кәрәк
“Жди меня”ны ҡарар кәрәк

Донъяның ҡайһылыр бер төбәгендә яҡын ғына бабайымдың беренсе ҡатынынан тыуған улы барҙыр, тип башыма ла килтермәй инем. Ә ул булған икән. Бығаса ишетмәгән-күрмәгән ағай ҡапыл ғына килеп, мин Яҡут ауылында тыуғанмын, әммә ул ауылда булғаным юҡ. Алып барып, атайымдың ҡәберен күһәтмәҫһең микән тигәс, аптырап ҡалдым. "Кем ул атайың?" – беренсе һорауым шулай булды. "Карам, – тине ул, ҡыйыуһыҙ ғына йылмая биреп. – Карам Рахманғолов." "Бәтәс икән, – тинем мин, ғәжәпләнеүемде йәшерә алмайынса. – Карам Рахманғолов минең бабайым да баһа!"
Был көндө тулыһынса тормош һынауҙарының әсеһен-сөсөһөн мөлдөрәмә татыған Рәфҡәт ағайға бағышланым: Яҡутҡа алып ҡайттым, ҡойма ямғыр аҫтында зыяратҡа алып барҙым, Карам бабайҙың өй урынын күрһәттем. Яҡутта йәшәгән Гөлнара килен менән Фәнис Рахманғоловтарыҙың тәмле ҡулламаһынан ауыҙ итеп, ҡайнар сәй менән өшөгән тәндәребеҙҙе йылытҡас, Абдул ауылында йәшәгән София апайҙарға юл тоттоҡ. София апайҙың атаһы Фәрғәт ағай Карам бабайҙың бер туған мырҙаһы.
Абдулда ла беҙҙе ҙур түҙемһеҙлек менән көткәндәр. София апайға бер көн алдан: "Ҡәҙерле кешеләр өсөн генә тип һаҡлап тотҡан ҡаҙыңды һалып ҡуй, апуш, ҡунаҡ килтерәм," – тип шылтыратҡайным. Ҡаҙын да, ҡаҙыһын да, ҡаймағын да әҙерләгән София апай.
Абдулдағы тәьҫораттарҙы әйтеп кенә аңлатып булырлыҡ түгел. Тетрәндергес осрашыуҙы бераҙ күҙ алдына килтереү өсөн "Жди меня" тапшырыуын ҡарарға кәрәк.
Яҡутта булғанда Фәнис: "Карам бабайҙың Германияла тағы улы булырға тейеш. Һуғыш аҙағында бер немец ҡыҙын яратып йөрөгән ул. Беҙҙең һалдаттар Германиянан ҡайтҡан саҡта, немка ауырлы булып ҡалған. Был хаҡта Карам бабай үҙе һөйләгәйне," – тип ысҡындырҙы. Хәҙер башҡорт ҡанлы Арнольдмы, Гельмутмы (ҡыҙ булыуы ла ихтимал) исемле тоҡомдашыбыҙҙы табырға кәрәк инде. Фәнис был бурысты миңә йөкмәтеп ҡуйҙы әле ул.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ

Автор:
Читайте нас: