Все новости
Йәшәйеш
9 Августа 2024, 07:54

Тик мөхәббәт бөйөк был ерҙә

Ошо көндәрҙә яуҙа ҡатнашыусының ҡатыны Запорожьеға, ире янына, махсус хәрби операция зонаһына барҙы. 

Тик мөхәббәт бөйөк был ерҙә
Тик мөхәббәт бөйөк был ерҙә

Ҡайтҡас, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты...
- Мөхәббәт барыһын да еңеп сыға. Кемдер был ябай һүҙбәйләнеш тип уйлайҙыр, әммә тормош киреһен раҫлай. Һәм был бигерәк тә хәрби операция үткәрелгән зонала һиҙелә...
Ирем 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияланды һәм хәҙер Запорожье өлкәһе позицияларының береһендә хеҙмәт итә.
Йәнгә яҡын кешемде күрергә теләүем мине шундай хәүефле сәйәхәткә, этәрҙе.
Мин иремде дүрт ай буйы күрмәнем. Унһыҙ үткән көндәр, төндәр тураһында әйтеп тормайым, был хистәрҙе үҙ күңеленән үткәргән генә аңлар. 
Бер кистә, һуң ғына, танышымдан смс килде: "Ирең янына барырға теләмәйһеңме?»
Бер аҙҙан ул шылтыратып, бер егеттең отпускынан фронтҡа китәсәге тураһында һөйләне. Шул һалдат менән бармайһыңмы?
Дөрөҫөн әйткәндә, мин ҡурҡтым. Әммә барыһы ла яҡшы буласағын белә инем. Мин бер үҙем түгел, мөхәббәтем менән булам, һөйөү фәрештәһе беҙҙе һаҡлар. 
Һәм, ниһайәт, беҙҙең күптән көтөлгән осрашыу булды. Ниндәй уйҙар килде башыңа тип һорамағыҙ, яуап бер генә - мин бәхетле инем.
Күптәр минән «Нисек унда? " тип һорай.
Унда ҡурҡыныс... Күктә бер туҡтауһыҙ осоусы «ҡоштар», артиллерия тауышы.
Мин үҙ күҙҙәрем менән ҡыйыу һәм тәүәккәл иремде күрҙем. Минең геройым, тинем. 
Мин өйгә тыныс күңел менән ҡайтып киттем һәм тиҙҙән ирем үҙе отпускҡа ҡайтыр, тип өмөтләнәм. Әммә, әгәр нимәлер мин уйлағанса килеп сыҡмаһа, мин яратҡан кешем янында, бер нисә минут ҡына тойор бәхет өсөн, был ауыр юлды ҡабаттан үтергә әҙермен...

Автор:
Читайте нас: