Чубайс. Алданы. Машинаһы ла юҡ, әле, ана, үҙе лә юҡҡа сыҡты - илдән китте. Күпме ауыҙға һуғылып та һаман булһа аҡылға ултыра белмәгән халыҡ был вәғәҙәгә ышанды ла һымаҡ, башҡа һыймаҫ хәл булһа ла (һәр береһендә "Волга" - хәтәр бит! Ул саҡта бындай машинаға түгел, вилсәпит алырға ла аҡса юҡ саҡ). Беҙгә лә бирҙеләр был чектарҙы. Ҡағыҙ киҫәген нимә эшләтергә лә белмәне күбеһе, ятамы йортта, ята бирәләр. Тәғәйен "Волга"һын көтөп.
...Ишембайҙа (Күмертауҙа ла, башҡа ҡалаларҙа ла) баҙар буйлап әллә ниндәй сәйер әҙәмдәр йөрөнө. Күкрәгендә аҫылынып торған ҙур ҡатырғаға "Куплю ваучер" тип яҙылған. Хаҡын бик арзан ҡуялар, автомобиль хаҡына яҡын да килмәй. Йәш, үҫмер саҡ, әҙәм араһында арыуыраҡ кейенеп йөрөгө килә, ә кейергә йүнле салбар юҡ. Аптырағас, автомобиль көтөп арып, өмөттәр һүрелгәс, ваучерымды тоттом да, Ишембайҙа, баҙарҙа уны бер салбарға алмаштырҙым. "Мальвина"! Ул саҡтағы иң шәп салбар - ошо. Кейеп киттем, бөтөн ҡала миңә ҡарап, һоҡланып баҫып тора һымаҡ - вәт килешә лә һуң быға "Мальвина".
Яңғылыш юлыҡҡан ошо фото күңелдә һағыш уятты. Әллә нисә ҡат йыуылып, тишелә яҙғансыға тиклем кейелгән кейем йәнгә шул тиклем яҡын - ас-яланғас ваҡыттар булһа ла, бер түгел, мең "Волга"ға алмаштырмаҫ мәлдәргә кире ҡайтыр инем.