Все новости
Йәшәйеш
14 Августа 2024, 11:39

Рәхмәт һиңә, Әнзинә

- Бик күңелле осрашыу булды.

Рәхмәт һиңә, Әнзинә
Рәхмәт һиңә, Әнзинә

Ошо көндәрҙә, Салауат ҡалаһы педагогия училищеһында 1982-1986 йылдарҙа белем алған курсташтар осрашыуы үткән. Улар Ейәнсура районының Тазлар ауылында йәшәүсе Әнзинә Ислам ҡыҙына курсташында йыйылғандар.
- Бик күңелле осрашыу булды. Йылы хәтирәләргә бирелеп оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Әнизәбеҙгә рәхмәт, беҙҙе үҙенең иҫ киткес матур өйөндә ҡунаҡ итте, матур ял ойошторҙо. Алдағы йылдарҙа ла күрешеп, осрашып йәшәргә булһын, тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Ихлас күңелемдән Әнзинәгә тағы ла бер тапҡыр ҙур рәхмәт әйткем килә. Уға ныҡлы һаулыҡ, Рәшит менән бәхетле, парлы, бәрәкәтле оҙон ғүмер, шатлыҡ- ҡыуаныстар теләйем. Һәр саҡ шулай матур, алсаҡ, йәш булып ҡал. Ҡыҙҙар, барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Мин һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә яратам, хөрмәт итәм. - ти Әлфиә Фәрих ҡыҙы Шәрипова.

Автор:
Читайте нас: