Все новости
Йәшәйеш
22 Августа 2024, 16:42

Нурзия менән Бәлхиә

Был байрам булмаһа, улар күрешер инеме икән? 

Нурзия менән Бәлхиә
Нурзия менән Бәлхиә
Ике инәй - Бәлхиә Рәхмәтуллина менән Нурзия Нафиҡова - береһенә 83, икенсеһенә 84 йәш, әхирәттәр. Ғүмерҙәре буйы ошонда, колхозда, һауынсы булып эшләгәндәр. Әммә йәш яғы бара, элекке һымаҡ ҡунаҡҡа йөрөшөүҙәр һирәгәйҙе, хатта туҡтаны, Яңы Морапталдағы Урам байрамына килгәс, бер-береһен тап итешеп, илереп ҡыуандылар. Йәшлектәренә кире ҡайттылар, әйтерһең, хатта йөҙҙәге шырыштары бөтөп киткәндәй тойолдо. 
- Донъя матур, ивет, әхирәт.
- Әйтмә лә. Ауылыбыҙ матур, урамдары ҡалай, ҡурсаҡ һымаҡ, халҡыбыҙ сибәр. Бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп, йәшәргә лә йәшәргә кәрәк, тик кемгәлер нимәлер етмәй.
Кемгә нимә етмәгәнен асыҡламанылар. Хәйер, уныһын былай ҙа бөтәһе лә аңланы. 
Автор:
Читайте нас: