-6 °С
Облачно
Ошо ялда Айсыуаҡҡа, өләсәһен янына ҡайтҡан. Ауылға ҡайтҡас, тик ятып булмай - картуф ҡаҙған. Үҙе түгел инде, ата-әсәһе, инәләре, апалары ҡаҙған, ә малай әҙер картуфты һанап торған. Минең башым ҡәҙәре лә баһа быйылғы картуф тип, эй ҡыуанған сабый, бөтәбеҙгә лә етә былай булғас. Бала белә: уңыш мул булған һайын тормоштары ла туғыраҡ була. Күмертауға, фатирҙарына ҡайтҡас та Эмиль ауылда алған тәьҫораттарынан айный алмаған: әл дә ауыл бар, әл дә өләсәй бар, шуға эре картуф та бар.
31 август, 2020 йыл