Все новости
Йәшәйеш
2 Сентября 2024, 13:26

Атай рәхмәте

Байрам булғас, табынһыҙ буламы ни?

Атай рәхмәте
Атай рәхмәте
Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ, Бабайыбыҙҙың үҙенә оҡшап, ҡунаҡсыл, ябай, ихлас, эскерһеҙ... Бөтөн уҡыу йортон әйләнеп сыҡҡас (был сәфәрҙә береһе лә һоҡланыуын йәшерә алманы - эх, беҙҙең заманда ҡайҙа бындай мәктәп?), гимназия йолаһы буйынса, табын артына үттек. Баянан бирле бер бабайға ҡарап-ҡарап та, таный алмай инек, Азамат ағай икән, Баймаҡтан. Шайморат Тимербулатовтың атаһы. Ул да булды һый янында. 
- Улығыҙ өсөн рәхмәт, - тине береһе, Азамат ағай ошо һүҙҙе генә ишетергә килгән тиерһең, ҡәнәғәт булып, йылмайҙы.
- Мин тормошта күпте күрҙем, күп ерҙәрҙә эшләнем, әле лә Баймаҡ тормошонда әүҙем ҡатнашам. Минең улымды бында яҡшы кешеләр уратып алған икән, шуныһы һәйбәт, рәхмәт барығыҙға ла. 
Улың өсөн ғорурланыу, уның турала башҡаларҙан һәйбәт һүҙҙәр ишетеү - һәр атаның хыялы. Бөтөн атайҙарға ла, Азамат ағай кеүек, олоғайғас, ул кисергән хистәрҙе кисерергә яҙһын ине. 
Автор:
Читайте нас: