Все новости
Йәшәйеш
10 Сентября 2024, 12:28

Бүләгең үҙ ҡулыңда

Бәләкәстең исеме Айвар икән.

Бүләгең үҙ ҡулыңда
Бүләгең үҙ ҡулыңда

Тәүҙә әллә үҙенең балаһымы икән тип уйланыҡ, һорағас, әйтте: юҡ, ейәнем. Зәк-Ишмәт малайы. Гөлфирә үҙе Яманғолдоҡо. Ер шары бигерәк бәләкәй икән, Гөлфирәне бәләкәстән беләбеҙ (Яманһарыла уҡыны), ә бына уның дүрт бала әсәһе, бер ейән (Айвар) өләсәһе (быныһы әлегә, торараҡ, Аллаһ бирһә, күберәк булырҙар), ҡыҙы Зәк-Ишмәттә фельдшер булып эшләүе (Регина Фәтҡуллина - уның турала ла яҙған булды), һуңыраҡ Михайловкаға эшкә күсеүе, унан декрет ялына сығыуы тураһында белмәй инек. Гөлфирә шуларҙы бәйән итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙ боронғо фотоларҙы ҡуйып, унда төшкән баланы кем таный тигән һорау биргәйнек, Г. Иҫәнова, нисектер, шул бәпесте таныны.
- Нисек белдең?
- Ҡарап-ҡарап ултырҙым да, бәпесте күтәреп торған ҡатын бик таныш тойолдо. Иҫләй торғас, тәки таныным был апайҙы, В.И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ мәктәп-интернатында беҙ уҡығанда ул директор ине. Аҡһылыу апай. Юлай Ильясовтың әсәһе. Бәпесте таныманым, ә әсәһен таныным.
Ҡотлайбыҙ, Гөлфирә, үҙең тормошта бер ҡасан да былайтып бүләк алғаным юҡ ине тинең, бүләгеңде, теге йылдарҙағы фотолағы ише, Аҡһылыу апайҙай, әле күтәреп тораһың ошо яҙмыш бүләк иткән бәхеттәрҙе татып, оҙаҡ йылдар иҫәнлектә йәшәргә яҙһын.

Автор:
Читайте нас: