Һайлауҙар үтеүҙең икенсе көнө ине. Булат Ғафаров, ҡуна ятып тигәндәй, Ҡаҙармала өс көн буйы һайлау кампанияһында эшләне, шуға "ниңә ял итмәйһең?" тип белештек. Йоҡо туйҙыраһы урынға ҡатынын (Миләне) эйәртеп, шопингҡа сыҡҡан.
- Питерға барырға әҙерләнеп йөрөйбөҙ.
Әйтәм, ҡулдарында пакеттар, балалары Санкт-Петербургта бит, буш ҡул барып булмай, Күмертау күстәнәсен әҙерләп йөрөүҙәрелер. Арттарынан һоҡланып ҡарап ҡалғайныҡ - кеше эшләй ҙә, ял да итә белә.
...Ғафаровтар ғаиләһе барған мәҙәни баш ҡалаға. Ике шатлыҡ бер юлы: балаларҙы күрҙеләр, мәҙәни сәйәхәт тә ҡылдылар.
Был ғаиләнең бәхет-шатлыҡтары гелән ҡушарлап килеп торһон. Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ.