Йәшәйеш
14 Сентябрь 2024, 05:07

Ун биш ҡыҙға бер малай

 Яҡуп ауылында бөгөнгө көндә 71 йәшлек бабай тракторҙа эшләп йөрөй.

Ун биш ҡыҙға бер малайУн биш ҡыҙға бер малай
Ун биш ҡыҙға бер малай

Был турала тәүгә яҙыуым түгел, күптәрҙе борсоған был һорау, мине лә тыныс ҡалдырмай.
Тау башында бер малай,
Тырма тырмалай.
Һуғыш бөткәс ҡайтыр әле,
15 ҡыҙға бер малай.
Ошолай тип беҙ бала саҡта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында таҡмаҡлайҙар ине. Беҙҙән дә йыш ҡына ошо таҡмаҡты йырлаталар ине.
Ул ваҡытта демографик хәл улай ул ҡырҡын тормай кеүек ине. Хәҙер бит ауылдарҙа бөтөнләй кеше һаны кәмене. Ауылдарҙа ғына түгел ул, башҡа ерҙәрҙә лә бының менән бәлә. Яңылыҡтарҙан тыңлап ултырам да, илгә 80 мең врач, 150 мең полиция хеҙмәткәрҙәре етмәй, ә уҡытыусылар тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Ниңә шундай көнгә килеп еттек, тип уйлайһығыҙмы?..

Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас